* * *
Әҙәп ҡайҙа һуң?
Бына бер ҡайғы.
Килен кирелә,
Ҡайкаи ҡайны,
Әй, әҙәм, айны...
Биткә иман һүҙ
Бәрәләр гена.
Экрандарҙа —
Шәрәләр генә...
Бер ҡартты, ҡара, -
Ҡаҡланғанмы ни?..
Телевизорына
Ҡапланғанмы ни?..
Ейән менән ҡарт,
Эштәре харап,
Алдарына баҡ,
Ялтырай шарап...
Әҙәп ҡайҙа һуң —
Бына бер ҡайғы...
Килен кирелә,
Ҡайҡая ҡайны,
Әй, әҙәм, айны...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл